0%

Яҙ апай(шиғыр). Р.Шәмсетдинова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яҙ апай ( шиғыр )
автор Р.Шәмсетдинова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Яҙ апай


 Ялҡтым инде һыуыҡ ҡыштан,
 Сана шыумайым.
 Яҙ апай ҡасан етә, тип
 Көн дә уйлайым.
 Әллә ниңә Яҙ апайым
 Килмәй ҙә килмәй.
 Беҙҙең һағынып көткәнде
 Күрәһең, белмәй.
 Уйлай торғас, мин уның да
 Аңланым серен.
 Ташлап китә алмай, ахыры,
 Ул тыуған ерен.
 
 


1988 йыл